top of page
Низамова Зифа Мүлләхмәт ҡыҙы сайты
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Төрөшлө урта мәктәбе
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар һәм башҡорт телен өйрәнеүселәр, ҡыҙыҡһыныусылар!
Һеҙҙе сайтымда күреүгә бик шатмын. Мин бында хөрмәтле коллегаларым менән эш тәжрибәм менән уртаҡлашырға, ә уҡыусыларға телебеҙҙе өйрәнеүҙә кәңәштәр, материалдар менән ярҙам итергә теләйем. Башҡа фәндәрҙе өйрәнгәндә күп кенә материалдарҙы, Интернет селтәрҙәренән табып, рәхәтләнеп ҡулланырға мөмкин, ә бына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса был йәһәттән ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Шуға күрә был сайтҡа индерелгән эштәрем аша кемгәлер ярҙамым тейһә, мин бик шат булыр инем. Рәхим итегеҙ!
bottom of page